Әле һаулыҡ һаҡлау министрлығында медицина ойошмаларының киләһе йылға тәғәйенләнгән заявкалары эшкәртелә. Ведомство етәксеһе Айрат Рәхмәтуллин ошо турала белдерҙе.Был эш ай аҙағына тиклем тамамланырға тейеш. Республикала 754 меңдән ашыу кешенең медицина препараттары алыуға льготаһы бар. Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, ундайҙар йылдан-йыл арта бара. Диспансерлаштырыу барышында ауырыуҙар асыҡлана, улар исемлеккә индерелә.




