Йәй аҙағына тиклем уларҙың һаны тағы ла артасаҡ. Йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров ошо турала белдерҙе. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса республикала студент отрядтарын үҫтереү буйынса координация Советы булдырылды. Бөгөн уҡыу йорттарында яңы төркөмдәр ойоштороу буйынса эш алып барыла. Студент отрядтары фронтҡа ярҙам итә, мәҙәни һәм спорт сараларында ирекмән булараҡ эшләй.




