Быйыл Башҡортостанда 7 мең ғаилә күп балалы тигән танытма алған

Республикала  70 меңгә яҡын ғаиләнең ошондай документы бар.  Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова улар эйә булған льготаларҙы хәтергә төшөрҙө. Ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән мәктәп уҡыусылары ҡала транспортында бушлай йөрөргә хоҡуҡлы. Колледжда белем алыуға компенсация ҡарала. Коммуналь хеҙмәттәрҙе түләгәндә ташламалар бар. Тулы мәғлүмәт менән семьярб нөктә рф сайтында танышырға була. Өс һәм унан күберәк бала үҫтергән ғаилә ишле иҫәпләнә. Танытманы алыуға ғариза күп функциялы үҙәктәрҙә тапшырыла.

Фото №1 - Быйыл Башҡортостанда 7 мең ғаилә күп балалы тигән танытма алған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ