Өфөнөң Ленин исемендәге паркын төҙөкләндерә башлауға ике ай тулды. Әле бында төҙөлөштөң иң ҡыҙыу мәле. Мәҙәни мираҫ һаналған объектты яңыртыу айырым иғтибар талап итә. Эш барышын Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса булдырылған махсус эшлекле төркөм даими рәүештә күҙәтеп бара. Реконструкция саралары менән бөгөн журналистар ҙа танышты. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Ленин исемендәге парк ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Бында иртәннә кискә тиклем эш ҡайнай. Төҙөүсөләр йылы көндәрҙе файҙаланып ҡалырға тырыша. Әле тәү сиратта ағас фондын яңыртыу бара, ҡартайған ағастар йығыла, серегән ботаҡтар ҡырҡыла. Парк буйлап таралған кедр ағастары бер урынға ултыртылып аллея булдырыла.
Ленин паркы республикала иң боронғоларҙың береһе-ул 19-сы быуат уртаһында асыла. Тәүҙә йәшел зона уға нигеҙ һалған Ушаков, һуңынан-Матросов, хәҙер инде Ленин исемен йөрөтә. 7 гектар майҙандағы парк асыҡ һауа аҫтындағы музейҙы хәтерләтә. Бында Александр Матросов, Арыҫлан Мөбәрәков, Мортаза Рәхимовҡа һәйкәлдәр, граждандар һуғышы геройҙары ҡәберҙәре һәм башҡа мемориаль таштар бар. Һуңғы тапҡыр был паркта капиталь ремонт 80-се йылдарҙа эшләнә.
Төҙөкләндереү проекты буйынса паркты тулыһынса яңыртыу планлаштырыла. Йәшел зона тәртипкә килтерелә, инженер селтәрҙәре һуҙыла, яҡтыртыу ҡорлмалары урынлаштырыла, балалар уйын майҙансығы барлыҡҡа килә. Йәғни тарихи паркта тиҙ туҡланыу нөктәләре асырға ла, бәҙәрфтәр ҡуйырға ла мөмкин буласаҡ. Бөтә юлдарҙа ла яңы япма түшәлә. Эш барышын махсус күҙәтеү төркөмө тикшереп бара.
Паркка Зәки Вәлиди һәм Туҡай урамы яғынан инеү урыны ла эшләнә. Әйткәндәй, Туҡай урамы яғынан туристик павильон да ҡуйыласаҡ. Ленин паркын реконструкциялау барышын Радий Хәбиров та даими тикшереп бара. Башҡортостан башлығы белдереүенсә, төҙөүселәр алдында иң яҡшы ял майҙаны эшләү бурысы ҡуйылған, уны киләһе йыл Республика көнөнә асыу ҡаралған.
Ленин паркы «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль проекты буйынса төҙкләндерелә. Төҙөүсөләр әйтеүенсә, был парк ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан. Киләсәктә биләмә Өфө халҡының да, ҡунаҡтарҙың да яратҡан ял урынына әүерелер тип көтөлә.
Рәмзиә Кәримова



