Башҡортостанда наркотик һатырға маташҡан Пермь крайы кешеһе ҡулға алынған

Үҙәк Азия республикаларының береһендә тыуған 53 йәшлек ир Рәсәйҙә айырыуса ҙур күләмдә наркотик менән сауҙа итеүҙе йәйелдерергә ниәтләй. Был хаҡта Федераль именлек хеҙмәтенең төбәк идаралығы хәбәр итә.

Асыҡланыуынса, енйәттә ғәйепләнеүсе Ғафури районы Ивановка ауылынан алыҫ түгел урманда наркотик матдәләр йәшерә. Шул уҡ ваҡытта уның эшмәкәрлеге социаль селтәрҙәр аша аралашсы тарафынан координациялана. Ҡулға алынған ир тилерткес матдәләрҙе шәхси автомобиле менән Ямал-Ненец автономиялы округының Ноябрьск ҡалаһына алып барып, йәшерен урынға һалырға тейешлеген аңлата. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Өфөнөң Киров районы суды уға һаҡ аҫтына алыу сараһын һайланы. Тикшереү барышында енәйәттең бөтә шарттары, фигуранттың башҡа шундай уҡ ғәмәлдәргә ҡатнашлығы асыҡлана.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ