Һуңғы тәүлектә республикала 31 янғын теркәлгән

Уҙған төндә Яңауыл районы Сулпан ауылында ағас йортта янғын сыға. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ирекмәндәр көсө менән ут һүндерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 48 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, фажиғә тәмәке тартҡандағы һаҡһыҙлыҡ арҡаһында килеп сығыуы ихтимал.

Өфөнөң Сипайлово урамында автомобиль янған. Ут «Мазда» автомобиленең двигателен ялмап ала. Махсус хеҙмәттәр килгәнгә тиклем шаһиттар янғынды һүндереп маташа. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ