Учалы тегеү фабрикаһы Һиндостандан 90 кешене эшкә алған. Предприятиела билдәләүҙәренсә, сит ил эшселәре Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының махсус квотаһы буйынса йәлеп ителгән. Был кадрҙар етешмәүгә бәйле. Шул уҡ ваҡытта производствола әле лә вакантлы вазифалар бар, уларға урындағы халыҡ та саҡырыла.
Һиндостан эшселәренә килгәндә, улар фабрика биләмәһендәге ятаҡта йәшәй, телде өйрәнә, һәм параллель рәүештә уҡый. Учалы фабрикаһы «Эш кейеме комбинаты» составына инә, ул «Газпром» һәм «Рәсәй тимер юлдары» кеүек компанияларҙы махсус кейем менән тәьмин итә. Әлеге ваҡытта берҙән -бер ҡатмарлылыҡ-сит ил граждандарының телде белмәүе. Шунлыҡтан гугл-тәржемәсе ярҙамында аралашырға тура килә. Һиндостан эшселәре менән контракт өс йылға төҙөлгән. Улар рәсми рәүештә эшкә алынған, һалым түләй.



