Бөрйән районында Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының күсмә коллегия ултырышы үтте. Сарала тармаҡтың ярты йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, милли һәм федераль проекттарҙың эшмәкәрлеге тикшерелде. Коллегияла ҡатнашыусылар Бөрйән үҙәк район дауаханаһының матди-техник базаһы менән дә танышты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Вәсилә Ҡаһарманова һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә илле йылға яҡын ғүмерен арнаған. Тармаҡтың төрлө йүнәлештәрендә эшләгән. Һөҙөмтәлә бөгөн ул Бөрйән районының берҙән-бер күҙ табибы. Офтальмологтың эш кабинеты менән Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры ла танышты. Айрат Рәхмәтуллин Вәсилә Мөхәррәм ҡыҙының тәжрибәһе, дәрәжәләре менән ҡыҙыҡһынды.
Бөрйән районының һаулыҡ һаҡлау тармағында, 274 кеше эшләй. Уларҙың 44-е табип, 172-е шәфҡәт туташы. Араларында федераль һәм төбәк программаһы буйынса ауылға эшкә ҡайтҡан йәштәр ҙә бар.
Шунлыҡтан Бөрйән районы Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының күсмә коллегия ултырышы урыны итеп осраҡлы һайланмаған. Хроник инфекция булмаған ауырыуҙарҙы иртә асыҡлауҙа диспансер һәм профилактик медицина тикшереүе мөһим сара булып ҡала, тиелде осрашыуҙа. Йыл башынан йәмғеһе 971 мең кеше табипта тикшеренгән. Репродуктив һаулыҡ баһаһы буйынса өлкәндәр араһында 111 мең ир-егет һәм 130 мең ҡатын-ҡыҙ диспансеризация үткән. Шулай уҡ йыл һайын ойошторолған «Сәләмәт поезы» ла социаль әһәмиәтле сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлауға үҙ өлөшөн индерә. Акция башланғандан алып белгестәр тарафынан 90 меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән, 2 меңдән ашыу шик асыҡланған.
Урындағы халыҡты дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре лә тикшерелде. Бөрйән районында мәҫәлән, был өлкәлә эш яйға һалынған.
Республика башлығының тармаҡҡа төплө иғтибары һөҙөмтәһендә төбәктә медицина ныҡлы үҫешә. 2021 йылдан Башҡортостанда асылған фельдшер-акушерлыҡ пунктары һаны буйынса Волга буйы федераль округында алдынғылыҡ биләй. Йыл аҙағына тиклем республика район-ҡалаларында заманса стандарттарға ярашлы йыһазландырылған тағы ла 6 яңы поликлиника һәм 134 модулле медицина учреждение асылыр тип көтөлә. Шулай уҡ 9 һаулыҡ һаҡлау объектына капиталь ремонт үткәреү планлаштырылған.
Азат Ғәлиуллин



