Бер быуатлыҡ юбилярҙар Әҡлимә Ғәниева һәм Сәғиҙә Әхмәтшина тураһында район хакимиәте башлығы Марат Йосопов яҙған. Әҡлимә Әхкәметдин ҡыҙы 40 йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләй. Бөгөн мәғариф ветераны балалары менән йәшәй. Сәғиҙә Мәзит ҡыҙы - комбайнсы. Ул 4 бала тәрбиәләп үҫтергән. “Инәйҙәр яҡташтарының хөрмәтен ҡаҙанды. Юбилярҙарға ғаилә бәхете, йылы осрашыуҙар, яҡындар хәстәрлеге теләйем”, - тип яҙған телеграм каналында Марат Йосопов.




