Ул Ағиҙел ярында 26 июлдә ойошторола. Башҡортостан Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ярышта ил төбәктәренән килгән көслө спортсылар ҡатнаша. Шулай уҡ республиканың махсус хәрби операция ветерандары көс һынаша. Турнирға арм-рестлинг буйынса 8 тапҡыр донъя чемпионы Виталий Лалетин саҡырылған.




