Башҡортостан юлдарын бушатып, автомобиль хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк

Башҡортостан юлдарын бушатып, автомобиль хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк. Был аҙнала ил президенты Владимир Путин видеоконференция режимында М-12 «Көнсығыш» федераль трассаһының дүрт һыҙатлы Дүртөйлө-Әшит юлын асыуға старт бирҙе. Яңы транспорт артерияһы төбәктең инвестиция ҡеүәтен арттырып, сауҙа, производство, эске туризм үҫешенә яҡшы йоғонто яһар тип көтөлә. Киләсәк маҡсаттар тураһында киләһе сюжетта.

Башҡортостан, Пермь өлкәһе һәм Свердловск өлкәһе аша үткән 275 саҡрым арауыҡтағы Дүртөйлө-Әшит автомобиль юлы-М-12 «Көнсығыш» федераль трассаһының бер өлөшө. Яңы магистраль «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Төп өҫтөнлөгө-транспорт коридорын светофорһыҙ юғары тиҙлектә үтергә мөмкин, йәғни юл йөрөү ваҡыты ҡыҫҡара. Күрше төбәктәргә йөк ташыу менән шөғөлләнгән эшҡыуар Рөстәм Нурғәлиев та яңы магистралдең уңайлыҡтарын билдәләй.

Дүрт һыҙатлы яңы автомобиль юлының 140 саҡрымы Башҡортостандың Дүртөйлө, Борай һәм Тәтешле райондары аша үтә. Сифатлы, ихтыяж менән файҙаланылған трассаның сафҡа индерелеүе муниципалитеттар үҫешенә, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға яңы этәргес бирер тип көтөлә.

Яңы магистралдең Дүртөйлө районы биләмәһе аша үткән участкаһында ике күп функциялы биләмә булдырыу планлаштырылған. Автомобиль заправкалау станцияһынан тыш, йәмәғәт туҡланыу урындары, ял бүлмәләре ҡаралған. Яңы эш урындары барлыҡҡа килә, район ҡаҙнаһы һалым менән тулыланасаҡ.

Эдуард Ҡаһарманов, Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары

Яңы магистраль бер кимәлдәге башҡа юлдар менән киҫелешмәй. Йәйәүлеләр үткәүеле лә юҡ. Тиҙлекте сәғәтенә 130 саҡрымға тиклем арттырырға мөмкин. Хайуандар юлға сыҡмаһын өсөн ҡоймалар ҡуйылған.

Яңы автомобиль юлы республикала, тәү сиратта, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк. Сөнки муниципаль-ара һәм төбәк кимәлендәге юлдарҙан йөк автомобилдәре ағымы китә. Трасса заман талаптарына яуап бирә, яҡтыртыу системаһы, барьер ҡоймалар, юл билдәләре-cәғәтенә 100-120 саҡрым тиҙлек менән тыныс ҡына барыр өсөн бар шарттар ҙа булдырылған.

Любовь Минакова Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры

Юғары тиҙлекле юлға киткән ваҡытты экономиялай. Логистика яҡшыра, тимәк, ауыл хужалығы, сауҙа өлкәһендә тауар әйләнеше лә артасаҡ. Хеҙмәтләндереү сервистарының асылыу менән урындағы халыҡ өсөн яңы эш урындары ойоштороласаҡ.

Марат Дәүләтшин, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы ағзаһы

Юл инфраструктураһы үҫеше төбәктәр аша бәйләнештәрҙе яҡшыртып, иҡтисади күрһәткестәрҙе үҫтерергә булышлыҡ итәсәк тип иҫәпләй белгестәр. Эске туризм үҫешенә лә этәргес. Республикала ял итеүселәр артыуы көтөлә. Төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы тарафынан «Башҡортостандың алтын ҡулсаһы» тип исемләнгән яңы программа әҙерләнә, унда трасса үткән өс район индерелгән.

Әле беҙ трасса үткән муниципаль берәмектәрҙә кемпинг, глэмпингтар төҙөлөшө өсөн участкалар эҙләйбеҙ. Республикаға килгән ҡунаҡтар өсөн уңайлы йәшәү урындары булырға тейеш. Гастрономия объекттарына ла ихтыяж юғары. Барлыҡ күрһәткестәр, шул иҫәптән туристар ағыма буйынса үҫеш көтөлә.

Алиса Ғибәҙуллина, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары
Башбат

Былтыр декабрҙә реконструкциянан һуң М-7 трассаһының 65 саҡрым арауығы асылғайны, ул да М-12 автомобиль юлының бер өлөшөнә инде. Дөйөм алғанда, Башҡортостан 205 саҡрымлыҡ яңы уңайлы юл менән тьәмин ителде.

Был, тәү сиратта, дәүләт етәксеһенең төбәккә ҡарата булған ышанысын һәм ихтирамын күрһәтә. Республикаға һалынған федераль аҡса-төрлө тармаҡтарҙа үҫеш күрһәткестәрен яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк. Башҡортостан етәкселеге үҙ ваҡытында Мәскәү-Екатеринбург федераль трассаһының тап беҙҙең төбәк аша үтеүе өсөн эшлекле һөйләшеүҙәр алып барып, маҡсатҡа өлгәште. Юлдың икенсе маршрут буйынса һалыныуы ла ихтимал ине.

Сергей Лаврентьев, политолог

Яңы магистраль Рәсәйҙең өс төбәге аша үтеп, Волга буйы федераль округы менән Уралды Мәскәү, Санкт-петербург менән бәйләйәсәк. Төҙөлөш бының менән генә сикләнмәй, М-12 трассаһы Төмәнгә тиклем оҙайтыласаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ