Былтыр Иглин районында 19 юл буйы сервисы файҙаланыуға тапшырылған. Быйыл тағы ла өс объект асыу планлаштырыла. Был аңлашыла, сөнки төбәк аша һалынған М-5 «Урал» трассаһы буйлап тәүленә 10 мең самаһы автомобиль үтә. Шуға күрә бында юл буйы сервисын үҫтереү водителдәрҙең һәм пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген һәм уңайлылығын тәьмин итеү өсөн бик мөһим.
Мәҫәлән, Верный ауылы янында яғыулыҡ ҡойоу станцияһы барлыҡҡа килгән. Башҡортостан Хөкүмәте уны төҙөүгә ер участкаһын сауҙаһыҙ бүлгән, был объектты тиҙ арала төҙөргә һәм трасса инфраструктураһын яҡшыртырға мөмкинлек биргән. «Байтуған» йәмғиәтенең юл буйы сервисы ла 2022 йылда өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә ингән. Радий Хәбиров был проект өсөн мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы ер участкаһы бүлергә ҡуша. Әлеге ваҡытта бында яңы күп функциялы комплекс төҙөлөшө тамамланған тиерлек. Ул кафе, ҡунаҡхана, магазиндар, тәгәрәмәс ремонтлау һәм йөк машиналары өсөн туҡталҡаны үҙ эсенә ала. Яңы комплекста егерменән ашыу эш урыны булдырыу планлаштырыла.



