Иорданияға урта рус бал ҡорттарының башҡорт популяцияһынан 200 күс экспортҡа оҙатылды. Ветеринария һәм фитосанитория күҙәтеүе федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, барлыҡ лаборатория тикшеренеүҙәре тулы күләмдә уңышлы ойошторолған һәм импортер ил талаптарына яуап бирә. Экспортҡа оҙатыусы сертификация үтеп, реестрға индерелгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты буйынса 2030 йылға тиклем сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспортының реаль үҫеше 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артырға тейеш.



