Башҡортостанға авиация һөйөүселәре йыйылды. «Первушин» аэродромы «Асыҡ күк» Бөтә Рәсәй слетын ҡабул итте. Сарала самолеттар күргәҙмәһе, авиашоу, парашютсылар сығышы ойошторолдо. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова
Первушин аэродромы һабантуй майҙанын хәтерләтә. Концерт номерҙары, сауҙа итеү урындары... Ат сабышы ғына юҡ. Уның урынына һауала иҫ киткес тамаша-самолеттар төрлө күнекмәләр яһай.
По-2 самолеты быйыл ғына Өфөгә икенсе тапҡыр килгән. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда киң ҡулланылған биплан 9 май Еңеү Парадында ҡатнашҡайны. Был юлы уны авация һөйөүселәр слетының мәртәбәле ҡунағы тип әйтергә лә мөмкин. Сөнки самолеттың йәше 80 йылдан ашҡан. Бомбордировщик итеп үҙгәртелгәнгә тиклем ул уҡыу өсөн һөм граждандар авиацияһында әүҙем ҡулланыла. Тап ошондай самолетта ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев һәм йөҙҙәрсә мең совет һалдаты үҙ оҫталығын камиллаштыра. Төрлө мәғлүмәттәргә ярашлы, фашистарға бомбаларҙың яртыһын тиерлек тап По-2 самолеты ташлаған
«Первушин» аэродромы 19-сы тапҡыр «Асыҡ күк» Бөтә Рәсәй авиация һөйөүселәр слетын ҡабул итте. Сара авиация двигателдәрен етештереүесе «Өфө моторҙар төҙөү берекмәһе»нә нигеҙ һалыуҙың 100 йыллығы һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланды. Слет 35 төбәктән ҡунаҡтарҙы ҡабул итте. Майҙанда һауа суднолары күргәҙмәһе лә ойошторолдо.
Байрам ҡунаҡтарын күктән парашютсылар ҙа сәләмләне. «Первушин» аэродромы өҫтөндәге күк йөҙөндә Рәсәй һәм Башҡортостан байраҡтары елберҙәне. Белгестәр әйтеүенсә, парашют менән беренсе тапҡыр һикергәндән һуң, кешеләр йә башҡа бер ҡасан да килмәй, йә, киреһенсә, экстремаль спорт төрө менән шөғөлләнеп, төрлө ярыштарҙа ҡатнаша башлай.
Сағыу авиашоу, ретро-самоелеттар һәм заманса авиамоделдәр бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Һауа торошо ла слет өсөн уңай булды. Быны авиация һөйөүселәр «миллионға миллион» тип йөрөтә. Йәғни, көн аяҙ, нисә тапҡыр осһаң да була тигәнде аңлата. Сарала ҡатнашыусылар киләһе йыл юбилейлы слетҡа йыйылырға һөйләште.
Әлфинә Килдейәрова



