Өфөлә мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына илткән юлдар төҙөкләндерелә

Өфөлә мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына илткән юлдар төҙөкләндерелә. Был ҡала мэры Ратмир Мәүлиев тәҡдиме буйынса «Белемгә юл» проекты сиктәрендә башҡарыла. Ул тротуарҙарҙы төҙөкләндереү программаһының дауамы булып тора. Уға ярашлы 81 объектты ремонтлау планлаштырыла, уларҙың 67-һе мәктәптәр һәм балалар баҡсалары. Өҫтәмә рәүештә проект сиктәрендә яңы светофорҙар ҡуйыу һәм элеккеләрен яңыртыу, биләмәләрҙе яҡтыртыу эштәре планлаштырылған

Быйыл Өфөнөң Октябрь районында 15 объектта төҙөкләндереү саралары планлаштырылған. Уларҙың алтыһындә эш тамамланған, хәҙерге ваҡытта ике балалар баҡсаһындә ремонт бара. Уҡыу йылы башланыуға эште бөтөрөргә ниәтләйбеҙ.

Алик Рамаҙанов, Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ