«Патриот» паркында «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектының тәүге уҡытыу модуле старт алды

Яңы быуын идарасылары. Шишмә районындағы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектының тәүге уҡытыу модуле старт алды. Һайлап алыу этаптарын уңышлы үтеп, финалға сыҡҡан 70 кеше лекция-семинарҙарҙа ҡатнашыуҙан тыш, төбәктең идарасы командаһындағы остаз ҡарамағында эшләйәсәк-тармаҡты һәр кем үҙе һайлай ала. Курс тыңлаусылары менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Ил мәнфәғәтен яҡлап, алғы һыҙыҡта ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙар, госпиталдәрҙә тәүлек әйләнәһенә дежурҙа булып, йөҙҙәрсә кеше ғүмерен ҡотҡарған хәрби табиптар-«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проекты көслө рухлы замандаштарыбыҙҙы берләштерҙе. Мәскәү өлкәһендә реабилитация үткән яҡташыбыҙ, Красногорск ҡалаһының махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе урынбаҫары Рәмил Мостафин да финалистар исемлегенә ингән.

«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проекты республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән быйыл февралдә старт алғайны. Ул Рәсәй Президенты башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Геройҙар ваҡыты» федераль проектына оҡшаш, төбәк кимәлендә үтә. Ҡатнашырға теләүселәр иҫәбе буйынса республика ил кимәлендә алдынғылыҡ алды, Рәсәйҙең ҡырҡтан ашыу төбәгенән ике меңдән ашыу ғариза бирелгәйне.

Уҡыу программаһының тәүге модуле Шишмә районының «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында үтә. Башҡортостан башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов республикаға хеҙмәт итергә теләгән замандаштарыбыҙҙы сәләмләп, проектта ҡатнашыусыларҙы берләштергән төп һыҙаттарҙы билдәләне.

Проектта ҡатнашыусылар менән республика башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы уҡытыусылары һәм республиканың идарасылары эшләйәсәк. Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яугирҙар дәүләтселек тарихын өйрәнеп, заман етәксеһе компетенцияларын, эшлекле коммуникацияны үҙләштерергә тейеш. Яңы быуын идарасыларын әҙерләү бурысы ҡуйылған.

Проектта ҡатнашыусылар араһында гүзәл заттар ҙа бар. Зинера Слабожанко 22 йыл хәрби фельдшер булып әрме сафында хеҙмәт иткән, махсус хәрби операция башланыу менән госпиталдәрҙә эшләгән, әле пенсияла.

Президент академияһының дәүләт идараһы юғары мәктәбе менән берлектә тормошҡа ашырылған мәғариф программаһы дүрт уҡытыу модуленән тора, практик стажировкалар ҙа ҡаралған.

Республикала уҡыуҙан тыш, курс тыңлаусылары күрше төбәктәргә лә юлланып, идара итеү тәжрибәһен арттырасаҡ.

Тәүге уҡыу модуле ун көнгә иҫәпләнгән. Мәғариф программаһында ҡатнашыусылар «Патриот» паркы биләмәһендә йәшәйәсәк, улар өсөн биш тапҡыр туҡланыу ҡаралған, һәр иртә зарядканан башлана. Эшлекле программанан һуң көн һайын кискеһен усаҡ янында мәҙәни саралар ҙа үтә. Проектта ҡатнашыусылар уҡыуҙан яңы көс менән ҡайтыр тип көтөлә. Башҡортостан ғорурлығы булған команда үҙ эшен башланы.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ