Өфөлә йәшәүсе Таисия Павлова 7-се тапҡыр әсәй булған

Өфөлә 7-се тапҡыр әсәй булған Таисия Павлова бала табыу йортонан өйөнә ҡайтты. Бәхетле әсә менән сабыйҙы ғаилә башлығы Сергей Сергеевич ҡаршыланы. Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә 20 ярҙам сараһы ғәмәлдә. Уларҙың дөйөм суммаһы 4 миллиард һумдан ашыу. Йыл һайын баш ҡаланың перинаталь үҙәгендә 4 мең бала донъяға килә. Был һәр дүртенсе сабый тап ошонда тыуа тигән һүҙ. Перинаталь үҙәктә шулай уҡ республиканың 14 районынан йөклө ҡатын-ҡыҙҙар хеҙмәтләндерелә. 2015 йылдан бала табыу йортона тоғролоҡ һаҡлап, ошо үҙәктә өсөнсө тапҡыр әсәлек бәхетен татыған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус миҙал булдырылған. Наградаға етенсе балаһын ошо перинаталь үҙәктә тапҡан Таисия Павловаға ла тапшырылды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ