Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында «Атайлыҡ» тип исемләнгән үҙенсәлекле лагерь эш башланы

Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында «Атайлыҡ» тип исемләнгән үҙенсәлекле лагерь эш башланы. Йәйге ял майҙансығы балаларҙың тирмәләрҙә йәшәп, этник рухта һуғарылған сараларҙа ҡатнашыуын күҙ уңында тота. Сираттағы смена ҡыҙҙар өсөн ойошторолдо. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ҡыҙҙар башҡорт биҙәүестәре менән яҡындан танышып ҡына ҡалмай, үҙҙәре үк милли әйберҙәр эшләргә өйрәнә. Бөгөн улар тәңкәлек баҫты. Уның әһәмиәтенә, мәғәнәһенә төшөндө. Сафия Ишбирҙина һәр оҫталыҡ дәресендә теләп ҡатнаша. Бейеүсе ҡыҙ үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирергә лә онотмай.

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында ойошторолған ял майҙансығы был юлы ҡыҙҙар өсөн асылды. Бер аҙна эсендә улар ялан шарттарында йәшәп, төрлө шөғөлдәргә өйрәнәсәк.

Спорт тигәндән, ҡыҙҙар уҡтан атырға, һыбай ҙа йөрөргә өйрәнә. Ошо рәүешле, улар лагерь тормошо аша башҡорт амазонкаларының хәҙерге йәшәйешен аса.

Ә инде йәйге лагерь яҡын көндәрҙә малайҙарҙы бергә йыясаҡ. Шулай уҡ улар өсөн дә бай программа әҙерләнгән.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ