Махсус хәрби операция ветераны яугирҙарға автомобиль ебәргән

Ҡариҙел районынан Ильвер Ғиндуллин фронтҡа даими ярҙам итә. Изге күңелле замандашыбыҙ тураһында   район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин телеграм каналында яҙған. Техника хәрбиҙәр өсөн үтә лә мөһим. Ул хәрби бурыстарҙы теүәл үтәү өсөн кәрәк. “Яҡташтарыбыҙҙың бындай аҙымы армия һәм халыҡтың берҙәм булыуын күрһәтә. Ошондай кешеләр яугирҙарҙың кәйефен күтәрә, еңеүгә ышанысын арттыра. Хәрбиҙәребеҙ бөтә республика һәм илдең уларҙы хуплауын тоя”, - тигән Айҙар Шәйҙуллин. 

Фото №1 - Махсус хәрби операция ветераны яугирҙарға автомобиль ебәргән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ