М-12 «Көнсығыш» трассаһының Башҡортостанда асылған участкаһында көн һайын авария комиссарҙары эшләй

Тәүлек әйләнәһенә дежурҙа. М-12 «Көнсығыш» трассаһының Башҡортостанда асылған участкаһында көн һайын авария комиссарҙары эшләй. Улар бәләгә тарыған водителдәргә ярҙам итә. Был автомобиль хужаларына уңайлыҡ һәм хәүефһеҙлек тәьмин итә. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Әлфир Байрамғолов Тәтешле районы буйлап үткән М-12 трассаһының һәр боролошон, үткәүелен яҡшы белә. Күләмле төҙөлөш ваҡытында тейәүсе машина водителе булып эшләй, әле ул авария комиссары. Йәғни автомагистралдә бәләгә осраған юлсыларға ярҙамлаша.

Иғтибарҙы йәлеп итеүсе билдәләрҙән тыш, аптечка, яғыулыҡ һәм һыу ҙа бар. Дүртөйлө-Әшит автомобиль юлының Башҡортостан участкаһында 5 авария комиссарҙары хеҙмәте экипаждары эшләй. Улар тәгәрмәсте алмаштырыуҙа, аккумуляторҙы зарядлау, ваҡ ремонт эшләргә йәки яҡындағы хәүефһеҙ урынға тиклем һөйрәп алып барырға ярҙам итә ала.

Нормативҡа ярашлы, комиссарҙар 15 минут эсендә килеп етергә тейеш. Һәр береһенә 50 саҡрымлыҡ юл участкаһы бирелгән, смена барышында улар ошо юлда патрулдә йөрөй.

Константин Щепин, М-12 «Көнсығыш» автомобиль юлының Дүртөйлө-Әшит участкаһы авария комиссарҙары хеҙмәте етәксеһе

Авария комиссарҙары көндөҙ ҙә, төндә лә эшләй. Ярҙам бушлай күрһәтелә. Хеҙмәткә *2323 һандары буйынса шылтыратырға мөмкин. Шулай уҡ «Автодор» мобиль ҡушымтаһындағы, йәки автомобилдең «SOS» төймәһенә баҫып саҡыртырға була. Автомагистраль бер аҙна элек кенә асылһа ла, унда илдең төрлө төбәктәренән машиналарҙы осратырға була.

Яңы магистраль Урал менән Волга буйы араһында транспорт бәйләнешен ҡырҡа яҡшырта. Трассаны файҙаланыуға тапшырыу Өфөнө күрше төбәктәр һәм илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәү менән яҡынайтты. Мәҫәлән, Екатеринбургка тиклем юл ваҡыты еңел автомобилдәр өсөн 2 сәғәткә ҡыҫҡарҙы. Водителдәр 35 литр самаһы бензин экономиялай.

Башҡортостан буйлап үткән М-12 «Көнсығыш» федераль трассаһы участкаһында хәрәкәт башланыуға бәйле һорауҙар аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә күтәрелде. Радий Хәбиров алдағы йылдарҙа объектты үҫтереү буйынса профилле ведомстволар алдына бурыстар яңы ҡуйҙы.

Трассаны үтеү өсөн хаҡты «Автодор» сайтында махсус калькуляторҙа иҫәпләргә мөмкин. Мәҫәлән, Дүртөйлөнән Үрге Тәтешлегә тиклем еңел автомобилдә йөрөү 400 һумдан ашыуға төшәсәк. Сумманы ойошманың сайтында, дәүләт хеҙмәттәре порталында йәки махсус түләү пункттарында түләргә мөмкин. Әгәр автоһәүәҫкәрҙең транспондеры булһа, ул бер аҙ ташлама ала.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ