Башҡортостанда 180-гә яҡын ферма ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнә. Был шифалы эсемлекте етештереү буйынса беҙҙең төбәк илдә ғәҙәттәгесә беренсе урынды биләй. Әбйәлил, Әлшәй, Бәләбәй, Баймаҡ һәм Учалы алдынғы райондар исемлегендә, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.
Башҡорт ҡымыҙын сит илдәрҙә лә яраталар. Ул иң мөһим экспорт продуктына әйләнә. Мәҫәлән, былтыр Ҡаҙағстан менән Ҡырғыҙстанға 6 мең тоннанан ашыу ҡымыҙ һәм ҡымыҙ эсемлеге оҙатылған. Ҡымыҙ бешеүселәргә ярҙамды мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Йылҡысылыҡ-ул милли традиция ғына түгел. Был беҙҙең иҡтисадтың ҙур өлөшө лә, уның перспективалары ла яҡшы. Республикала ҡымыҙ миҙгеле ҡыҙыу бара. Уны эсегеҙ һәм сәләмәт булығыҙ!, тип яҙған Башҡортостан башлығы.



