Юғары уҡыу йорттарына документтар 25 июлгә тиклем ҡабул ителә

Юғары уҡыу йорттарына документтар 25 июлгә тиклем ҡабул ителә. Тулы мәғлүмәт вуздарҙың сайтында бирелә. Контроль ҡабул итеү һандары буйынса конкурс исемлеге июль аҙағында билдәле була. Документтарҙы Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ебәрергә лә мөмкин. Өфө фән һәм технологиялар университетында бакалавриат, специалитет һәм магистратура буйынса 5600-ҙән ашыу бюджет урыны бүленгән. Әлегә 20 меңдән ашыу кешенән ғариза ҡабул ителгән. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, уҡырға инергә теләүселәр күберәк.

Башҡорт дәүләт аграр университетында ла быйыл ғаризаларҙың 40 процентҡа артыуы күҙәтелә. Абитуриенттарҙың яртыһы документын юғары уҡыу йортона килеп тапшырған. Бер бюджет урынға уртаса ун кеше дәғүә итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл вуз тәүге тапҡыр «Өҫтөнлөк-2030» программаһының төп этабына индерелде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ