Рок йырсыһының тыуыуына 55 йыл. Хәйбулла районында Ирек Атановтың иҫтәлегенә хәйриә концерты үтте. Үлгәндән һуң Башҡортостандың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булған музыкантты тамашасылар онотмай, уның йырҙары күптәрҙең йөрәгендә йәшәүен дауам итә. Тулырак мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Ирек Атановтың иҫтәлегенә арналған концертҡа рок музыканттың ижады менән башлап ҡыҙыҡһыныусылар ҙа, фанаттар ҙа йыйылғайны. Концерттҡа килеүсе һәр кем күренекле композиторҙың онотолмаҫлыҡ хиттарын иҫкә алды. Сағыу һәм ҡыҫҡа ғүмерендә ул бөгөнгө көнгәсә йәшәгән бай музыкаль мираҫ ҡалдырған.
Ирек Атанов-күп быуындар өсөн башҡорт рок музыкаһы символына әүерелгән исем. Концерт музыка һөйөүселәр өсөн ысын байрамға әйләнә, һәр кем музыканттың ижадынан иң яҡшы мәлдәрен иҫенә төшөрә. Сарала уның дуҫтары: Хәйҙәр Таһиров, Руслан Ниғмәтов, Нәжип Юлдашбаев һәм башҡалар ҙа сығыш яһаны. Бер туған апаһы Фәриҙә Атанова ҡыҙы Айгөл Вәлиева менән үҙҙәренең композицияларын башҡарҙы.
Хәйбулла районында соло-гитарсы Ирек Атанов 1991 йылда «Рух» исемендәге рок-төркөмөн ойоштора. Ул төркөмдөң музыкаһы, соло партиялары һәм йырҙар аранжировкаһының төп авторы була. Ирек Атановтың башҡорт рокының ҡабатланмаҫ стилен булдырған «Оран», «Оло-Теләк», «Өлгөрмәнем», «Һин хаттар яҙма», «Хайран ҡалдым» йырҙары киң билдәлелек яулай. Утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, улар бөгөн дә популярлығын юғалтмай. Коцертта «Рух» төркөмө менән «Акъяр» рок-төркөмө музыканттары бергә сығыш яһаны. Әйткәндәй, уларҙың солисы Радик Далхин әле махсус хәрби операция биләмәһендә.
Фестивалдең махсус ҡунағы булараҡ Хәйбулла районында ижад юлын башлаған «Дәрүиш-хан» төркөмө сығыш саҡырылғайны. Төркөмдөң солисы Ринат Зарипов тамашасыларҙың яратҡан хиттарын башҡарҙы.
Ысын ижадтың ғүмере мәңгелек. Былтыр Радий Хәбиров указы менән Ирек Атанов үҙенең йөрәге тибеүҙән туҡтаға булһа ла, йәшәгән йырҙары өсөн Башҡортостандың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Үҙенең ижады менән йыр-моң һөйөүселәрҙе берләштерә алған күренекле музыкант Ирек Атанов күптәрҙең хәтерендә һәм йөрәгендә йәшәүе был.
Айзилә Буранова




