Ғафури районында уҡтан атыу буйынса республика фестивале үтте

Ғафури районында уҡтан атыу буйынса республика фестивале үтте. Имәндәш ауылының Уҡлыҡая эргәһендәге майҙанда ойошторолған бәйгелә Башҡортостан төбәктәре, Татарстандың Алабуға ҡалаһы спортсылары ҡатнашты. Өлкәндәр һәм балалар араһында еңеүселәр айырым билдәләнде. Ярышта гүзәл зат вәкилдәре лә үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған турнир майҙанында ойошторолған йәрминкәлә һөнәрселәр үҙ продукцияһын һәм башҡорт балын тәҡдим итте. «Башҡортостан йөрәге» этно-туризм комплексында үткән был сара Ғафури районының бренд сараһы иҫәпләнә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ