Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе эш сәфәре менән бөгөн Учалы районында булды. Олег Казанов төбәктең файҙалы ҡаҙылмалар сығарыусы иң ҙур предприятиеларының береһендә алтын мәғдәне сығарыуҙа файҙаланылған техник мөмкинлектәр менән танышты. Оҙаҡ йылдар дауамында компания муниципалитетҡа ярҙам итә, халыҡ өсөн социаль объекттар төҙөй. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Учалы районының Ильинка ауылы эргәһендә алтын сығарыу эшмәкәрлеге 90-сы йылдар урталарынан алып барыла. Ошо ваҡыт эсендә ойошма ҙур компанияға тиклем үҫкән.
Шуға ла «Роснедра» етәксеһе предприятие эшмәкәрлеге менән танышыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Төҙөлөп ятҡан ер аҫты руднигынан тыш, Олег Казанов комбинатта шахта, ер өҫтө һыуҙарын таҙартыу ҡоролмалары менән дә яҡындан танышты.
Республикала ҡаты ҡаҙылма байлыҡтар булған федераль кимәлдәге 150 участка иҫәпләнә, ер аҫты байлыҡтарын табыуға бирелгән лицензияларының яҡынса яртыһы алтын табыуға бирелгән. Күп өлөшө-47 лицензия Учалы районына тура килә. Әлеге предприятие мәҫәлән, төбәктә социаль партнерлыҡ эшен яйға һалған.
Ә намыҫһыҙ эшләүселәр менән мәсьәлә башҡаса хәл ителә.
Республика етәкселеге ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә тәртип булдырыуҙа һөҙөмтәле эш алып бара. Әйткәндәй, 2028 йыл аҙағына тиклем Урал аръяғында алтын сығарыуға лицензиялар биреүгә мораторий намыҫһыҙ алтын табыусыларға кәртә ҡуясаҡ. Был Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын вәхшиҙәрсә эшкәртеүгә ҡаршы системалы эш итеүгә бер аҙым булып тора.
Азат Ғәлиуллин



