Һауа-десант ғәскәрҙәре 95 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан 2 август республиканың барлыҡ район-ҡалаларында байрам программаһы, һәйкәл һәм обелисктарға сәскә һалыу, мәҙәни, спорт саралары үтәсәк.
Уларҙы ойоштороу буйынса Ирек Сәғитов етәкселегендә комитет ултырышы уҙҙы. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары билдәләүенсә, Һауа-десант ғәскәрҙәре Рәсәй Ҡораллы көстәренең ғорурлығы. Улар һәр ваҡыт рух ныҡлығы, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора. Легендар ҡанатлы пехота һалдаттары һәм офицерҙары илебеҙҙең героик йылъяҙмаһына сағыу, онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдыра, һәр ваҡыт антҡа һәм хәрби туғанлыҡҡа тоғролоҡ һаҡлай. Ойоштороу комитетының ултырышы төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса үтте. Унда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, байрам программаһына ҡағылышлы һорауҙар ҡаралды. Баш ҡалала сәскә һалыу тантаналары Еңеү һәм «Тулҡын» паркында үтәсәк. Шулай уҡ Шишмә районындағы «Патриот» паркы-төп саралар урынына әүереләсәк. Унда «Батырҙар уҙышы», «Первушин» аэродромының пилотаж төркөмдәре һөм парашютсылар сығышы планлаштырылған.



