Бишбүләк районының Айыт ауылында Ғәтиәтуллиндар нәҫеленең шәжәрә байрамы үтте. Сараға республиканың ғына түгел, хатта илдең төрлө төбәктәенән ҡунаҡтар йыйылды.
Ғәтиәутллиндар ырыуы Айыт ауылында, Бишбүләк районында ғына түгел, тотош республикала билдәле нәҫел. Улар араһындан билдәле табиптар, ғалимдар, эшҡыуарҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре сыҡҡан. Туғандар шәжәрә байрамын нәҫелдең бай тарихын йәштәргә еткереү, быуындар күсәгилешлеген һаҡлау маҡсатында ойоштора. Тамырҙары ныҡ кешенең, килсәге лә ышаныслы, ти Ғәтиәтуллиндар. Сараға йөҙҙән ашыу кеше йыйылды, улар күмәкләп ауыл мәсетендә доға ҡылды, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары иҫтәлегенә ҡуйылған обелискҡа сәскә һалды. Ташҡа уйылған исемдәр араһында ошо нәҫел вәкилдәре лә байтаҡ. Шәжәрә байрамының тантаналы өлөшө ауылдың ял майҙансығында үтте. Уны Ғәтиәтуллиндарҙың билдәле вәкиле, эшҡыуар, табип-стоматолог Марат Наил улы яҡташтары өсөн төҙөткән.
Шәжәрә байрамында ҡатнашыусылар Ғәтиәтуллиндарҙың нәҫел ағасы менән танышты, тарихи ваҡиғаларҙы, билдәле шәхестәрен иҫкә алды. Сара ошо ерлеккә генә хас йолалар, милли уйындар менән үрелеп барҙы. Шәжәрә байрамында ҡатнашҡан һәр ғаилә концерт номеры менән сығыш яһаны. Байрам йыр-моңға ла, спорт ярыштарына ла бай булды. Ғәтиәтуллиндар шәжәрә байрамынан йышыраҡ осрашырға һөйләшеп, туғанлыҡ ептәрен өҙмәҫкә килешеп таралышты.



