Дәртләндереү сараһы дауаханаларға белгестәр йәлеп итергә тейеш. Сумма эшкә урынлашҡандан һуң бирелә башлай. Ай һайын 20 мең һум күсерелә. Яңы түләү Салауат ҡалаһында ғына булдырылған. Бөгөн бындағы дауаханаларға 62 табип һәм 69 шәфҡәт туташы етмәй. Мәсьәләне хәл итеү маҡсатында комиссия медицина белгестәренә фатир бүлергә ҡарар иткән. Салауат ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Нефтекама һәм Өфөнән табиптар килгән. Августа уларға тағы ла өс белгес ҡушыла.




