Улар транспорт менән идара иткән. Дәүләт автоинспекцияһынан ошо турала белдерәләр. 49 үҫмер автомобиль рулендә, 74 бала мотоциклда булған. Иң бәләкәй водителгә 6 йәш. 12 ҡыҙ һәм малайҙың хәмер эсеүе асыҡланған. “Бәлиғ булмағандарға авто- һәм мото транспорт йөрөтөү тыйыла. Улар юл хәлен тулыһынса баһалай алмай. Йыш ҡына юл ҡазаһына эләгә, үҙҙәренең һәм башҡаларҙың һаулығын һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Балаларығыҙға иғтибарлы булығыҙ”, - тип белдерәләр дәүләт автоинспекцияһынан. Республикала “Рулгә ултырма, малай” тигән социаль кампания дауам итә. Юл полициияһы йәш водителдәрҙе асыҡлай.




