Республикала МХОла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өҫтәмә ярҙам алырға хоҡуҡлы

Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡануниәткә махсус хәрби операцияла  һәләк булғандарҙың яҡындарына ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән үҙгәрештәрҙе ҡабул итте. Был сара хәрбиҙәр менән бергә йәшәгән, хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында контракт төҙөгән ваҡытҡа, шул иҫәптән мобилизацияға тиклем дөйөм хужалыҡ алып барған һәм бәлиғ йәшенә етмәгән уртаҡ балаһы булған граждандарға ҡағыла. Бергә йәшәү һәм дөйөм хужалыҡ алып барыуҙы суд билдәләргә тейеш. Шулай уҡ ҡанун һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙең йәки доброволецтың ғаилә ағзаларына бер тапҡыр бирелә торған пособие түләүҙең ваҡытын асыҡлай.

Фото №1 - Республикала МХОла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өҫтәмә ярҙам алырға хоҡуҡлы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ