Башҡортостанда барлыҡ йәш депутаттарҙы берләштергән ойошма булдырылды

Башҡортостанда барлыҡ йәш депутаттарҙы берләштергән ойошма булдырылды. Йәш депутаттар советына республиканың урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайланған 35 йәшкә тиклемге парламентарийҙар инә. Шул уҡ ваҡытта депутаттың ниндәй партиянан булыуы мөһим түгел.

Берләшмә ниндәй маҡсатта булдырыла һәм төбәктең ҡануниәт үҫешенә ниндәй йоғонто яһаясаҡ? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яңы булдырылған совет вәкилдәре матбуғат конференцияһында яуап бирҙе. Февралдән майға тиклем республиканың төрлө тарафтарында зональ кәңәшмәләр үтә. Осрашыуҙар ваҡытында йәштәр депутат корпусы социаль селтәрҙәрҙә сәйәси эшмәкәрлеген әүҙем яҡтыртмауы, юридик консультацияларға мохтаж булыуы асыҡлана. Шулай уҡ, депутаттар аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн берҙәм майҙансыҡ кәрәклеген белдерҙе, тине йәш депутаттар советы директоры Артур Зәйнуллин. Әлеге ваҡытта урындағы бүлексәләрҙә кураторҙар тәғәйенләнгән. Улар районда бөтә йәш депутаттарҙың эшен көйләйәсәк, төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырасаҡ.

Яҡын арала беренсе тапҡыр «Башҡортостандың йәш депутаттары форумын» үткәрергә, унда республика етәкселеген саҡырырға планлаштырабыҙ. Сарала төрлө йүнәлештәргә ҡағылышлы форсайт-сессия үтәсәк. Төп маҡсат-төбәкте үҫтереү буйынса берҙәм йәштәр программаһын төҙөү. Шулай уҡ төбәк етәкселеге менән «Башҡортостанды үҫтереүҙә йәш сәйәсмәндәрҙең роле» темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторорға йыйынбыҙ.

Артур Зәйнуллин, Башҡортостандың йәш депутаттар советы директоры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ