Башҡортостанда «Халыҡтың төшкө ашы» корпоратив фасовкалау акцияһы старт алды

Башҡортостанда «Халыҡтың төшкө ашы» корпоратив фасовкалау акцияһы старт алды. Уға ярашлы, предприятие хеҙмәткәрҙәре аҙыҡ-түлек тупланмаларын әҙерләү буйынса уйында ҡатнашып, социаль яуаплылығын күрһәтә ала. Мәрхәмәтлек сараһында тәүгеләрҙән булып башҡарма власть органдары вәкилдәре, депутаттар, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Мохтаждарға ярҙам күрһәтергә теләк белдергән замандаштарыбыҙ менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.

Берәүҙәр ондо, икенселәр ҡарабойҙайҙы һәм башҡа ярмаларҙы фасовкаларға тейеш. Командалар тиҙлеккә һәм оҫталыҡҡа ярыша. Министрҙар, депутаттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм әүҙем граждандар-барыһы ла мәрхәмәтлек акцияһына саҡырылған. Республика кимәлендә «Халыҡтың төшкө ашы» тип исемләнгән акция сиктәрендә мохтаждарға ярҙам күрһәтеү маҡсаты ҡуйылған.

Аҙыҡ-түлек тупланмаларын әҙерләүҙән башлап уларҙы мохтаждарға тапшырыуға тиклем-корпоратив фасовкалау акцияһы сиктәрендә республика предприятиелары менән эште йәнләндереү ҡаралған. «Аҙыҡ-түлек» төбәк банкы командаһы барлыҡ ҡорамалдар һәм продукция менән тәьмин итергә әҙер. «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» Хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла республиканың әүҙем граждандарын ҡатнашырға саҡырҙы.

«Аҙыҡ-түлек» төбәк банкы тарафынан бер йыл эсендә 33 меңдән ашыу кешегә ярҙам күрһәтелгән. Проектта сауҙа селтәрҙәре һәм предприятиелар, шулай уҡ мәрхәмәтле кешеләр ҡатнаша. Ирекмәндәр командаһы тупланған.

«Халыҡтың төшкө ашы» тип исемләнгән уйынға килгәндә, унда биш команда ҡатнашты, борсаҡ фасовкалаған төркөм еңеүсе тип танылды. Барлыҡ аҙыҡ-түлек тупланмалары көнбағыш майы менән тулыландырылып, мохтаж ғаиләләргә һәм яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙарға оҙатылды.

Корпоратив фасовкалауҙа республиканың сәнәғәт предприятиелары һәм бизнес-берләшмәләр ҡатнаша ала, әлегә заявкалар ҡабул ителә. Благовещен ҡалаһындағы компания коллективы ойоштороусыларға тәүгеләрҙән булып сығып, октябрҙә хеҙмәт урынында ошондай мәрхәмәтлек сараһы ойошторорға саҡырған.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ