Республика аграрийҙары 1,2 миллион тонна мал аҙығы туплаған

Бер баш малға 12 центнер мал аҙығы әҙерләнгән. Башҡортостан аграрийҙары 445 мең гектар майҙанда мал аҙығы культураларын сабып алған. 371 мең тонна бесән һәм 872 мең тонна сенаж һалынған. Эш Тәтешле һәм Ҡалтасы райондарында ла йылдам бара. Күрһәткестәр планға ярашлы 78% тәшкил итә.

Саҡмағош районы Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативында ла мал аҙығын әҙерләү йылдам бара. Әлеге ваҡытта аграрийҙар ужым арышы баҫыуына төшкән. Уңыш гектарына 30 центнер самаһы тура килә. Йыйып алынған мал аҙығы кооперативта аҫралған эре мөгөҙлө малдарҙы туҡландырыу өсөн ҡулланыла.

Агрономдар әйтеүенсә, яҡшы уңыштың нигеҙе-тупраҡты дөрөҫ эшкәртеү һәм ашлама ҡулланыуҙа. Баҫыуға сығыр алдынан, ерҙең дымлылығы тикшерелә. Белестәр билдәләүенсә, ул 60-65 проценттан да түбән булырға тейеш түгел.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ