Туймазы районында ҡоро үлән янып киткән

Туймазы районында ҡоро үлән янып киткән. Ул тиҙ арала һүндерелгән. Төбәктәге оператив хәл буйынса көнүҙәк мәғлүмәтте Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итте. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, уҙған тәүлектә урман янғындары теркәлмәгән. Быйыл дөйөм майҙаны 26 гектарҙан ашыу булған 11 урман янғыны һәм 1 мең 200 гектарҙан ашыу 306 ҡоро үҫемлек янғыны барлыҡҡа килгән. Алдан хәбәр ителгәнсә, республикала алдағы көндәрҙең яуым-төшөмлө булыуы көтөлә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ