Башҡортостанда ҡымыҙ миҙгеленең ҡыҙыу осоро. Бөгөн республикала ҡымыҙ етештертергән 180-гә яҡын хужалыҡ иҫәпләнә. Көн һайын тиҫтәләгән тонна шифалы эсемлек һатыуға сығарыла. Учалы районы Яңы Байрамғол ауылы милли брендты пропагандалауға үҙ өлөшөн индергән алдынғы төбәктәр исемлегендә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Гөлгөнә Шаһиева эш шарттарынан ҡәнәғәт. Көнөнә дүрт һауым булыуға ҡарамаҫтан, ул бейәләрҙе»һә«тигәнсе һауып бөтә. Сөнки, һөт аппараты ярҙамға килә.
Ҡымыҙ бешеү иһә Миңзәлә Антиповаға ышанып тапшырыла. Оҙаҡ йылдар йылҡысылыҡ өлкәһендә эшләгән замандашыбыҙҙың был өлкәләге тәжрибәһе етерлек. Өҫтәүенә, ата-олаталарынан ҡалған боронғо йолалар буйынса ыҫланып эшләнә. Шуға ла ҡымыҙ артынан халыҡ ниндәй генә тарафтан килеп урамай.
Килем алыуҙан бигерәк, сифатҡа өҫтөнлөк биргән, традицион милли эсемлекте пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуйған хужалыҡтың эштәре лә көйлө. Учалы районы Яңы Байрамғол ауылынан Шәриповтар йылҡысылыҡ тармағында тиҫтә йылдан ашыу. Ит һәм һөт йүнәлешендә махсуслашҡан хужалыҡҡа ваҡытында»Агростартап«грант программаһы ла этәргес биргән.
Ғөмүмән, йүнсел ғаилә ҡул ҡаушырып ултырырға күнекмәгән. Улар республика конкурс-фестивалдәрҙә лә уңышлы сығыш яһап өлгөрә. Ошо рәүешле, Шәриповтар башҡорт брендын төрлө яҡлап үҫтереүгә тос өлөшөн индерә.
Азат Ғәлиуллин



