Өфөлә йәш табиптарҙың стратегик сессияһы үтте. Төрлө дауаханаларҙан йыйылған белгестәр ауыл медицинаһы, диспансеризация, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм медицина коммуникациялары буйынса белемдәрен күрһәтте. Йәш кадрҙар тәҡдим ителгән йүнәлештәрҙең һәр береһе буйынса төп проблемаларҙы билдәләргә, ә һуңынан һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыу буйынса үҙ проекттарын әҙерләргә тейеш була. Стратегик сессия Башҡортостан дәүләт һаулыҡ һаҡлау системаһының йәш белгестәре менән кадрҙар эшен көсәйтеү маҡсатында ойошторолдо.



