Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында Эрик-Эмманюэль Шмитт әҫәре буйынса ҡуйылған «Оскар һәм Алһыу ханым» спектакленең премьераһы үтте.
Ижад юлына баҫҡан буласаҡ сәхнә оҫталары был әҫәрҙе юҡҡа ғына һайламаған. Ул кешенең рух көсө, һынауҙар, ауырлыҡтар алдында һынмау, юғалып ҡалмау тураһында. Спектаклдең төп геройы аяуһыҙ сиргә дусар булған 10 йәшлек малай, уға лейкемия диагнозы ҡуйылған. Дауаханала малай Роза исемле санитар менән таныша һәм һәр көндө тотош бер ғүмер һымаҡ итеп уҙғара башлай. Спектаклдә ҡатнашыусылар төрлө һөнәр эйәләре, улар араһында психолог та, барбер ҙа, эшҡыуар ҙа, модель дә бар. Әммә уларҙың бөтәһен дә кеше яҙмышына битараф ҡалмау, миһырбанлыҡ, шәфҡәтлелек кеүек күркәм сифаттар бәйләй. Спектаклдең режиссеры Салауат Юлдашбаев әйтеүенсә, был ижад емеше берҙәмлекте, рух көсөн данлай, ул ауыр яҙмыш һынауына дусар булғандарға көс-ҡеүәт бирергә тейеш.




