Унда ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, район етәкселәре ҡатнаша. “Был сараға республика халҡын һәм Башҡортостан ҡунаҡтарын саҡырабыҙ”, - ти Ауыл хужалығы министрлығының Консультация үҙәге етәксеһе Ирек Саҡаев.
“Баҫыу көнө” барышында тракторҙар ярышы ойошторола. Фермерҙар етештергән аҙыҡ-түлектән ауыҙ итергә була.




