Севастополдә Илдар Абдразаҡовтың халыҡ-ара фестивале була

12 августа уны асыу тантанаһы үтә. Ҡырым фестиваль программаһын беренсе тапҡыр ҡабул итә, тип белдерә йырсының матбуғат хеҙмәте. Тамашала Рәсәйҙең танылған артистары, Ҙур театр солистары һәм Белоруссия йырсылары ҡатнаша.  Рус һәм сит ил композиторҙарының әҫәрҙәре яңғырай. “Севастополь ҡалаһы фестиваль тарихында яңы сәхифә аса. Беҙ опера сәнғәте өлгөләре менән яңы ҡалаларҙа сығыш яһарға тырышабыҙ”, - тип белдерҙе Илдар Абдразаҡов. 19 сентябрҙән концерттар Алыҫ Көнсығышта дауам итә. Сентябрь аҙағында Көньяҡ Сахалинда тамамлана.

Фото №1 - Севастополдә Илдар Абдразаҡовтың халыҡ-ара фестивале була
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ