Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртыу эштәре Өфөнөң махсуслаштырылған цехында башҡарыла

Был турала  телеграм-каналда  Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе  Салауат Ҡолбахтин хәбәр итә. “Иғтибар иткән булһағыҙ, социаль селтәрҙә, төрлө майҙансыҡтарҙа Сосланбәк Тавасиевтың иҫке фотолары баҫылып сыҡты, унда күренеүенсә, һәйкәл цех шарттарында ҡойолған, уны йыйыу эштәре лә цехта башҡарылған, һуңынан Өфөгә килтерелгән”, – тип яҙған Салауат Ҡолбахтин. 30 июндән Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙан ике йылға ябылды. Ошо ваҡыт арауығында Салауат Юлаев һәйкәле реставрациялана.

Фото №1 - Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртыу эштәре Өфөнөң махсуслаштырылған цехында башҡарыла
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ