Хәрби кейем, ҡулда ҡорал, ә сәстәргә аҡ бант үрелгән. Өфө фән һәм технологиялар университетының хәрби уҡыу үҙәгендә белем алған биш ҡыҙ бөгөн ант бирҙе.
Бер төркөмдә белем алған егеттәр әлеге ваҡытта хәрби йыйын үткән урында ант бирһә, ҡыҙҙар өсөн был тантана юғары уҡыу йорто алдындағы майҙанда үтте. Төп һөнәрҙе үҙләштереүҙән тыш, ҡыҙҙар хәрби уҡыу үҙәгендә запастағы офицерҙар программаһын үҙләштерә. Өфө фән һәм технологиялар университеты-Башҡортостанда хәрби әҙерлек алып барған берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Ҡыҙҙар- егеттәр менән бер рәттән хәрби һөнәр үҙләштерә ала. Гражданлыҡ һөнәре буйынса диплом менән бергә уларға лейтенант званиеһы бирелә һәм артабан запасҡа алына.



