Кадрҙа балаларын эйәрткән айыуҙың урманда йөрөүен күрергә мөмкин. Бәләкәй тайыштабандар ағасҡа ышҡылған арала, инәләре тирә-яҡты күҙәтеп тора. Милли парк белгестәре аңлатыуынса, бер йәшкә тиклем айыу балаһы тик инәһе менән генә йөрөй. Ул балаларын аҙыҡ табырға өйрәтә, йыртҡыстарҙан, шул иҫәптән ата айыуҙарҙан һаҡлай.



