Бөгөн Рәсәй банкының директорҙар советы ҡарары менән төп ставка 18 процентҡа тиклем кәметелде. Аналитиктар фаразлағанса, ул бер юлы 2 процент пунктына түбәнәйҙе. Үҙәк банк инфляцияның әкренәйеүе, ихтыяждың һүрелеүе һәм хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлектең кәмеүе фонында ошондай ҡарар ҡабул итте.
Был ставканың ете ай буйына рекордлы 21 процент кимәлендә үҙгәрешһеҙ тороуынан һуң икенсе рәттән түбәнәйеүе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, июндә төп ставка 1 процентҡа төшкәйне.



