Ялан батырҙары Өфө районына «Баҫыу көнө»нә йыйылды. Урып-йыйыу эштәренә старт биргән республика семинары быйыл Башҡорт дәүләт аграр университетының уҡыу-ғилми үҙәге ҡарамағындағы тәжрибә баҫыуында үтә. Күләмле форумда ауыл хужалығын үҫтереү буйынса фәнни асыштар, заманса техника, яңы сорттар, минераль ашламалар менән танышырға мөмкин. Ер хужаларын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Республика етәксеһе аграрийҙарға уңыштар теләне, хеҙмәт алдынғыларын бүләкләне. Семинар-форумдан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Оҫта механизатор ҡулында ҡеүәтле техника ла уйынсыҡ һымаҡ. «Тракторҙар шоуы» баҫыу көнөнөң иң сағыу һәм үҙенсәлекле өлөшө. Сөнки тап ошо сарала ғына төрлө фигуралар яһаған тракторҙарҙы күрергә мөмкин. Ә уларҙы үҙ һөнәренең оҫтаһы булған механизаторҙар уйната, бейетә. Бында йөк ташыу буйынса конкурс та бара.
Башҡортостан башлығы ауыл хужалығы эшсәндәренә рәхмәт белдереп, республика тармаҡтың үҫешеүен билдәләне. Быйыл ураҡ кампанияһы осоронда баҫыуҙарға 4 меңдән ашыу комабайн сыға, техниканың артыуы дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһе. Хужалыҡтар алынған техника хаҡының бер өлөшөн кире ҡайтара ала. Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт аграр университетының кадрҙар әҙерләү һәм фәнни тикшеренеүҙәр буйынса һөҙөмтәле эшмәкрлеген дә билдәләп үтте. Уҡыу йорто үткән йылда 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән федераль үҫеш программаһына ла ингән.
Республика семинар-форумы баҫыу эштәренең тулы циклын үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт аграр университеты баҫыуҙарында беҙҙең төбәк климатына яраҡлаштырылған иген һәм ҡуҙаҡлы культура сорттары менән танышырға була. Улар һалҡынға бирешмәй, ҡоролоҡҡа ла, дымға ла сыҙамлы.
Майҙанда борсаҡ, көнбағыш, бойҙайҙың ят, уңдырышлы сорттарын ғына түгел, яңы культураларҙы ла осратырға мөмкин. Улар барыһы ла белгестәрҙең ныҡлы күҙәтеүе аҫтында үҫә.
Ә ошо ауыл хужалығы культураһы беҙҙең халыҡҡа бигүк таныш түгел. Быға тиклем ул тик Алыҫ Көнсығышта һәм Ҡытайҙа ғына үҫтерелгән. Тәҙрә төбөндәге гөлгә тартым был культура- соя, юғары аҡһымлы, йылы яратҡан үҫемлек. Ғалимдар уның Башҡортостан климатына яраҡлашҡанын уйлап тааҡан. Әле республикала сояның 38 мең гектарҙы биләй, киләсәктә майҙанды 100 меңгә еткереү бурысы тора
Мул уңыш алыу өсөн яңы культуралар, сорттар сәсеү генә етәмәй, фәнгә нигеҙләнеп эшләү, заманса эш технологияларын үҙләштереү, ерҙе тәрбиәләү, туҡландырыу мөһим. Семинар-форумда минераль ашламалар менән танышырға ла була. Белгестәр әйтеүенсә, һәр төбәктең үҙен генә хас үҙенсәлеге бар, минераль ашламаны тупраҡтың составын тикшереп, өйрәнеп тейшле миҡдарҙа ғына индереү мөһим.
Баҫыу көнөндә ауыл хужалығы тармағында киң ҡулланыла башлаған пилотһыҙ осоу аппараттары, заманса техника өлгөләре лә күрһәтелде. «Башсельхозтехника» предприятиеһы республика буйынса техник хеҙмәтләндереү эшен алып бара. Сараға улар ауыл хужалығы техникаһы күргәҙмәһен дә әҙерләгән. Яңы тракторҙар, комбайндар өлгөләре бар яҡлап та камиллаштырылған, уңайлы, ти хужалар.
Заманса техника, яңы сорттар, минераль ашламалар, Әммә тармаҡтың төп байлығы кадрҙар. Көндө-төнгә ялған эшләгән ялан батырҙары. Башҡортостан башлығы семинар-форумда бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дүәләт наградаларын тапшырҙы. Улар араһында билдәле хужалыҡ етәкселәре лә, ябай механизаторҙар ҙа, ғалимдар ҙа бар. Илеш районының «Урожай» хужалығы етәксеһе Айҙар Мөхәрләмов бар ғүмерен тыуған төйәгенә бағышлаған. Ябай комбайнерҙан хужалыҡ етәксеһенә тиклем хеҙмәт юлы үткән Айҙар Йыһанша улына Салауат Юлаев ордены тапшырылды.
Баҫыу көнө ялан батарҙарын бергә туплаған фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу, заманса эш алымдары менән танышыу майҙаны. Урып-йыйыу кампанияһы алдынан яңы ҡаҙаныштарға этәргән сара. Аграрийҙар әйтеүенсә, йыл уңышлы килгән, иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың уңышы 3 миллион тоннанан кәм булмаясаҡ тип көтөлә. Миллион ярым тонна шәкәр сөгөлдөрө һәм 600 мең тонна тирәһе майлы культуралар йыйып алыу күҙаллана.
Рәмзиә Кәримова




