Башҡортостандың Урал аръяғы халҡы махсус хәрби операция биләмәһендә булған яугирҙарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Сираттағы гуманитар ылау эшҡыуарҙар, шулай уҡ Баймаҡ, Сибай ҡалаларында һәм башҡа муниципалитеттарҙа йәшәүселәрҙең ҡатнашлығы менән йыйылды. Ярҙам яугирҙарҙың заявкалары буйынса ойошторолдо. Ирекмәндәр бер һорауҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмаған. Уларға 3-сө «Сибай» Республика полилингваль күп профилле гимназия-интернаты уҡыусылары, шулай уҡ Сибай педагогия колледжы студенттары һәм уҡытыусылары ярҙам итте. Ошо арала конвой Донбассҡа юлланыр тип көтөлә.



