Республика Хөкүмәт йортонда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм булдырмау, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде. Комиссия ултырышы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов рәйеслегендә үтте. Көн тәртибендә һыу инеү миҙгелен бәлә-ҡазаһыҙ үткәреү, янғын-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһын ғәмәлгә ашырыу һорауҙары ҡаралды.
Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы йыл башынан 40 кеше, шул иҫәптән 5 бала һыу ҡорбаны булған. Рөхсәт ителмәгән ерҙә һыу инеү, спиртлы эсемлектәр ҡулланып ял итеү, бала-сағаларына күҙ-ҡолаҡ булмау арҡаһында һуңғы ике аҙнала ғына 11 кешенең ғүмере өҙөлгән. Төбәктә 9 эҙләү-ҡотҡарыу отряды эшләй. Ҡотҡарыусыларҙың матди-техник базаһы ла нығытыла. Әммә ҡыҙыу көндәр осоронда тәбиғәт ҡосағында, йылға-күл буйҙарында ял иткәндә ата-әсәләргә үҙ балалары һәм яҡындары өсөн яуаплылыҡ икеләтә арта. Улар уяулығын юғалтмаҫҡа, яҡындарын һаҡларға бурыслы.



