Өфө үҙәгенә тротуарҙарҙы төҙөкләндереүҙең сираттағы этабы август уртаһында тамамлана. Эш графиктан алда бара. Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев яңырыу кисергән Цюрупа, Чернышевский һәм Мостай Кәрим урамдары манән танышты.
Бында гранит плитка һалына. Шулай уҡ был участкаларҙа комплекслы төҙөкләндереү ҡаралған. Йәғни, эшселәр йәшелләндереүҙән тыш, яңы эскәмйәләр, урналар һәм автоматик һыу һибеү ҡоролмаһы ҡуясаҡ. Бынан тыш, тышҡы яҡтыртыуҙы модернизациялау «асыҡ күк йөҙө» программаһы буйынса алып барыла, был электр линияларын ер аҫтынан һуҙыуҙы күҙ уңында тота. Ҡала халҡы яңыртылған урамдар буйлап 10-15 августа йөрөй аласаҡ.



