Республиканың иң яҡшы һауынсыһы Саҡмағош районының «Герой» хужалығында эшләй

Республиканың иң яҡшы һауынсыһы Саҡмағош районының «Герой» хужалығында эшләй. Гөлназ Хисмәтуллина был исемде Дүртөйлө районында уҙған һауын машинаһы операторҙарының 46-сы республика конкурсында 27 кеше араһында еңеү яулап иҫбатланы. Һауынсылар ярышында 26 райондан үҙ эшенең оҫталары ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла район кимәлендә уҙғарылған конкурс еңеүселәре. Былтыр республиканың иң яҡшы һауынсыһы исемен Дүртөйлө районы вәкиле алғанлыҡтан, быйылғы ярыштарҙы тап улар ҡабул итә. Конкурстың беренсе этабында операторҙар һөнәр буйынса белемдәрен күрһәтте. Икенсе этапта иһә санитар-гигиена нормаларын үтәү һәм һауын машинаһын һүтеп йыйыу буйынса етеҙҙәр асыҡланды.

Мин үҙем дүрт йыл эшләһәм дә бала саҡтан һыйыр һауа беләм. Әсәйем ғүмер буйы һауынсы булды, уның артынан эйәреп йөрөп өйрәнгәнмендер инде. Һуңынан уның эшен дауам итергә булдым. Был конкурста иң ауыры һәм иң мөһиме һауын машинаһын хеҙмәтләндереү. Сөнки һәр кем дә көндән көн яңырып торған технологияларҙы белеп еткермәй һәм шул уҡ ваҡытта аппарат та, эшләгән ерең дә тап-таҙа булыуы шарт.

Булат Шәйҙуллин, һауын машинаһы операторы

Өсөнсө этапта конкурсанттар көндәлек эштәре буйынса һынау тотто. Жюри ағзалары айырыуса һауып алынған һөттөң сифатына, мал менән эш итеү тәжрибәһенә , санитар нормаларҙың үтәлеүенә иғтибар итте.

Иң яҡшы һауынсы Гөлназ Хисмәтуллина августа Владимир өлкәһендә үтәсәк Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ