«Башҡортостан» полкы яугирҙарының техника паркы мотоцикл һәм квадроциклдар менән тулыланды. Техниканы уларға Сибай, Баймаҡ ҡалаһы ирекмәндәре алып барып тапшырҙы. Гуманитар ылауға шулай уҡ радиоэлектрон көрәш саралары, аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары ла тупланған.
Юғары үтемле техниканы яугирҙар шунда уҡ һынап та ҡараны. Элемтәселәр, һөжүм төркөмдәренә еңел транспорт сараһы ҙур ярҙамсы. Уның ярҙамында дошман күҙенә күренмәй, тиҙ хәрәкәт итеү мөмкин. Ләкин ҡырыҫ шарттарҙа улар ҙа тиҙ эшлектән сыға. Техниканың яңыртылыуын яугирҙар ҡыуанып ҡабул итә.
Көньяҡ райондар ирекмәндәре Донбасс халҡын да иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Был юлы ла улар социаль учреждениеларға гуманитар ярҙам алып барҙы. Красный Луч ҡалаһының «Барвинок» балалар баҡсаһына, Петровское ауылының коррекция мәктәбенә күстәнәстәр, кәнсә тауарҙары, уйынсыҡтар тапшырылды.



