Ағиҙел ҡалаһында махсус хәрби операция яугирҙарына бушлай ер участкалары бирелде

Ағиҙел ҡалаһында махсус хәрби операция яугирҙарына бушлай ер участкалары бирелде. Ҡала хакимиәте башлығы Динис Ирназаров торлаҡ төҙөлөшө өсөн файҙаланыласаҡ ер участкаларына һатып алыуға сертификаттар тапшырҙы. Бушлай ер ҡала сиктәрендә генә бирелә. Был ҡаланы үҫтереү, белгестәр йәлеп итеү, махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам итеү йәһәтенән дә отошло башланғыс.

Сетификат алыу өсөн тәүҙә билдәләнгән урындан ер участкаһы һатып алыу кәрәк. Һуңынан инде сығымдарҙы кире ҡайтарыу өсөн ғариза яҙыла. Шул саҡта ғына ҡала хакимиәте ер һатып алыуға киткән сығымдарҙы компенсациялай ала.

Ҡалала йәшәй инек, хәҙер үҙ еребеҙ бар. Әле үк нимә төҙөргә, ниндәй ағастар, йәшелсә-емеш ултыртырға хыялланабыҙ. Ирем махсус хәрби операциянан ҡайтҡас та был ниәттәребеҙҙе тормошҡа ашыра башлаясаҡбыҙ.

Лариса, Махсус хәрби операция яугирының ҡатыны
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ